Был яңы уйынсыҡ быйыл бигерәк тә популярлашып китте, һәр ҡайһы баланың ҡулында күрергә була уны. Ниндәйе генә юҡ. Нимә һуң ул Поп-ит? Ул балалар планшетына оҡшап тора, ҡабарып торған шарҙары бар. Ана шуларға баҫҡылап уйнайһың инде, йәнәһе, ул - стресҡа ҡаршы бик һәйбәт уйынсыҡ, тигән фекер ҙә йөрөтәләр, имеш. Ә һеҙҙә ундай әйбер бармы, булһа, тиктомалға ғына уны баҫҡылап ултырмағыҙ, ә бәләкәй ҡусты-һеңлеләрегеҙ менән бергә уйнарға тырышығыҙ. Сөнки уның менән булышҡанда уйланырға, фекер тупларға, сабыр булырға өйрәнәләр. Шулай уҡ уйын ваҡытында балаларҙың һөйләү теле лә, һүҙ байлығы ла арта. Бына, мәҫәлән, бер нисә миҫал һеҙгә тәҡдим итәбеҙ:
Шуны ла белеп ҡуяйыҡ, дуҫтар! Поп-ит файҙаһыҙ әйбер түгел, фантазияңды еккәндә, уның менән әллә ниндәй яҡшы уйындар уйлап табырға мөмкин. Ә уйнай-уйнай балаларҙың белеме арта ғына.