+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Замана дәрестәре
2 Октябрь 2021, 13:40

Астрономия дәресендә ҡатнаш

Дуҫтар, 5 октябрҙән 5 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй астрономия дәресе үткәрелә.

Астрономия  дәресендә ҡатнаш
Астрономия дәресендә ҡатнаш

Темалар балалар­ҙың йәшенә ҡарап төрлөсә: 5 – 6 йәшлек кескәй­ҙәргә – «Йондоҙло күк серҙәре», башланғыс синыфтарға – «Космик зоопарк йәки хайуандар космоста», V – VIII синыфтарға – «Ҡояш системаһы планеталары», X – XI синыфтарға – «Галактика мөғжизәләре» кеүек темалар тәҡдим ителә.
Маҡсат – ошо фәнгә мәғариф учреждениеларының иғтибарын йәлеп итеү. 2021 йыл Рәсәйҙә Фән йылы тип иғлан ителгән, ә астрономия донъялағы иң боронғо фәндәрҙең береһе икәнен онотмайыҡ.
Дәрес үткәреү өсөн материалдарҙы https://astronomiya.fedcdo.ru/ һылтанмаһы буйынса үтеп таба алаһығыҙ. Бөтә Рәсәй астрономия дәресендә ҡатнашҡан һәр ойоштороусыға һәм уҡыусыға сертификат бирелә. Макеты ошонда: https://astronomiya. fedcdo.ru/.
Астрономия дәресен үткәреү тураһында отчёттың формаһы – https://forms.gle/UYdfbv9fdGfDF25b7.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: