+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Замана дәрестәре
27 Июнь 2023, 13:30

«Ҡасандыр һайлаған юл»

Ҡала мәҙәниәт һарайында ошо исем менән «DIVITIА» милли академияһының 10 йыллыҡ юбилей концерты уҙҙы.

«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»

Унда төрлө йәштәге артистарҙың (2+) сағыу номерҙары булды.

«DIVITIА» милли академияһы – яңы быуындың бейеү мәктәбе ул. Елена Шафиҡова етәкләгән был мәктәптә ундан ашыу педагог эшләй. Төрлө йүнәлештәге, стилдәге (урыҫ, башҡорт, һинд, көнсығыш, хип-хоп, урам) бейеү буйынса түңәрәктәр алып бара улар.

Концерттың ҡунаҡтары – Альбина Килдейәрова, Айгизә Ғәлимова йырҙары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Заһир Зәйнетдинов («ZAINETDIN»): «DIVITIА», юбилейығыҙ менән! Иң яҡшы теләктәр һеҙгә. Минең көйҙәремә бейеүегеҙ өсөн  бик шатмын. Бөтә уйҙарығыҙ тормошҡа ашһын, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын. «DIVITIА» – чемпион!» – тип ҡотлау сәләмен еткерҙе.

«DIVITIА» милли академияһына артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
«Ҡасандыр һайлаған юл»
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: