Был юлы Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге Донецк ижад һарайы менән берлектә балалар өсөн телекүпер ойошторҙо. Нимә була ул, тиһегеҙме? Видеобәйләнеш аша ниндәйҙер сара уҙғарыу. Экрандың бер яғында “Биктырыш” балалар техник үҙәгендә шөғөлләнеүселәр булды. Икенсе яғында иһә – Донецк уҡыусылары.
8 октябрь көнө өҫтәмә белем биреү педагогтары һөнәри байрамын билдәләй. Телекүпер тап уларға арналды. Тәүҙә быйылғы “Йөрәгемде балаларға бирәм” бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе Татьяна Евгеньевна Воробьёва сығыш яһаны, һәр яҡҡа ла уҡыуҙа уңыштар теләне. Артабан балалар Динара Рөстәм ҡыҙы Әхмәрова етәкселегендә асылмалар яһаны. Өфө һәм Донецк балалары көнбағышты һүрәтләне: ул бәхет теләүҙе аңлата икән. Үҙ ҡулдары менән эшләнгән асылманы уҡыусылар яратҡан уҡытыусыларына бүләк итте.
Сара дуҫлыҡ күпере һалды, ижади һәләттәрҙе асты. Ҡатнашыусылар артабан да бергә эшләргә килеште.
АВТОР фотолары.