Осрашыу ике иҫтәлекле датаға — Билдәһеҙ һалдат һәм Хәрби дан көндәренә арналды. Сарала Өфө ҡалаһының 84-се татар гимназияһының V синыф уҡыусылары ҡатнашты. Экскурсиянан һуң балаларға төрлө дәүерҙәрҙә Ватанды һаҡлаған урыҫ яугирҙары ҡатнашлығындағы бөйөк алыштар тураһында һөйләнеләр.
Уҡыусылар алдында Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Владимир Волков сығыш яһаны. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет һәм немец һалдаттарының ҡоралын һәм кейемен күрһәтте. Һуңынан балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе.