-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Замана дәрестәре
13 Февраль , 10:53

Ут менән шаярырға ярамай!

Таһир Күсимов исемендәге гимназияла янғын хәүефһеҙлегенә арналған бай һәм белемле аҙналыҡ үтте. Уның дауамында уҡыусылар уттан һаҡланыу сараларын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мөһим икәнен иҫкә төшөрҙө, ғәҙәттән тыш хәлдәргә тарығанда дөрөҫ эш итергә өйрәнде. Иғтибарлы һәм яуаплы булыуҙың ни тиклем мөһим булыуын да аңланы улар.

Ут менән шаярырға ярамай!
Ут менән шаярырға ярамай!

Был аҙналыҡта айырыуса йәш патрулдәр отрядының сағыу һәм мауыҡтырғыс сығышы иҫтә ҡалырлыҡ булды. Улар отряд етәксеһе Зәлиә Вәғиз ҡыҙы Фәттәхова менәнI синыф уҡыусылары өсөн «Ут — дуҫ йәки дошман» тип аталған сара үткәрҙе.

Һүндереүселәр уттың нимәгә файҙалы булыуы, ә һаҡһыҙ эш иткәндә ниндәй хәүеф менән янауы тураһында һөйләне. Кескәйҙәр янғындан нисек ҡотолорға, ул сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге тураһында, телефондан ярҙам һорап ҡайҙа шылтыратырға мөмкин булыуын да белде. Ут менән шаярырға ярамағанын да аңланылар.

Хәүефһеҙлек һәр беребеҙҙән башлана һәм ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һаулыҡты һәм ғүмерҙе һаҡлап ҡала ала.

Ут менән шаярырға ярамай!
Ут менән шаярырға ярамай!
Ут менән шаярырға ярамай!
Ут менән шаярырға ярамай!
Ут менән шаярырға ярамай!
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас