+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
29 Март 2022, 15:13

Медиамәктәп саҡыра

Мартта илебеҙҙә "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте медиамәктәбе” саралары старт алды. Улар 2022 йылдың 15 октябренә тиклем дауам итәсәк. Был проектҡа ҡушылып,  "Бәйләнештә" социаль селтәрендә уҡыу курсы үтеп, конкурста ҡатнашырға  теләһәгеҙ, 22 апрелгә тиклем http://рдш.рф сайтында теркәлеп,  ғариза бирергә кәрәк.  

Медиамәктәп саҡыра
Медиамәктәп саҡыра

Саралар ниндәй темалар буйынса үтәсәкме ?

Мәктәп телевидениеһы;

мәктәп радиоһы;

мәктәп журналисы;

фотомәктәп;

мәктәп гәзите;

мәктәп блогеры;

мәктәп медиаүҙәктәре.

Тулыраҡ мәғлүмәтте http://рдш.рф рәсми сайтында белергә мөмкин. Мөмкинлектән файҙаланығыҙ, дуҫтар. Ике этапта ижади конкурс үткәреләсәк. Еңеүселәргә «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юлламалар биреү ҡаралған.

Фото: http://рдш.рф сайтынан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: