+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Документтар ҡабул ителә башлай

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия документтар ҡабул итә башланы.

Документтар ҡабул ителә башлай
Документтар ҡабул ителә башлай

Положениеға ярашлы, премиялар 2020 йылдың сентябренән 2021 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә. Дәғүәселәрҙең эштәре 2021 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 817-се бүлмә (Матбуғат йортоноң 8-се ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66. Конкурс тураһында положение менән https://pressarb.bashkortostan.ru/documents/active/234161 һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының http://сжрб.рф/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: