+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы оҫтаханалар асыла

10 сентябрҙә Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжында оҫтаханалар асыласаҡ. Улар «Мәғариф» милли проектының «Йәш һөнәрмәндәр» федераль проектына ярашлы булдырыла.

Яңы оҫтаханалар асыла
Яңы оҫтаханалар асыла

«Компьютер уйындары һәм мультимедия ҡушымталарын эшләү», «Интернет әйберҙәр», «Мобиль ҡушымталар эшләү», «Мобиль робот техникаһы» компетенциялары буйынса оҫтаханалар асыу квалификациялы, талап ителгән кадрҙар әҙерләү, беҙҙең төбәктең иҡтисади үҫеше өсөн бик кәрәкле, әһәмиәтле шарттар. Бында студенттарға практик дәрестәр, уҡыу практикалары ғына уҙғарылмаясаҡ, WorldSkills Russia «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатын һәм күрһәтмә имтихандарҙы үткәреү, әҙерләү, мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлау, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһен арттырыу, өҫтәмә белем биреү программалары буйынса балалар һәм өлкәндәрҙе уҡытыу өсөн дә ҡулланыласаҡ. Оҫтаханаларҙы асыу уңайынан колледж майҙансыҡтары буйлап экскурсия ла ойоштороласаҡ.

                       

 

 

Фото: https://vk.com/education.bashkortostan.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: