-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

«Тамға» халыҡ-ара конкурсы финалы үтәсәк

14 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа конкурс эштәрен яҡлау һәм башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы финалы үтәсәк.  Йомғаҡлау этабында 36 автор – талантлы әҙерләүсе оҫталар, кейемдәр буйынса рәссамдар һәм дизайнерҙар ҡатнашасаҡ.

«Тамға» халыҡ-ара конкурсы финалы үтәсәк
«Тамға» халыҡ-ара конкурсы финалы үтәсәк

Эштәрҙең презентацияһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала  ойоштороласаҡ. Авторҙар үҙҙәренең эштәрен  «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт традицион кейеменең аксессуарҙары» номинацияларында күрһәтәсәк.

Проекттың тура трансляцияһын республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында https://youtube.com/c/РЦНТРБ ҡарарға мөмкин. Өфө ваҡыты менән төшкө сәғәт 2-лә башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл конкурс сентябрь башында старт алғайны. 1 – 2 ноябрҙә проекттың һайлап алыу туры онлайн форматта уҙҙы. Ике көн буйына абруйлы баһалама төркөмө Италия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм үҙебеҙҙең Башҡортостандан 200-гә яҡын ҡатнашыусының эштәрен баһаланы.

                                                                            

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: