Район "Ағинәйҙәр" клубының әүҙем ағзаһы, ҡул эштәре оҫтаһы Рәмзилә Саян ҡыҙы Искәндәрова V "А" синыф уҡыусыларына (синыф етәкселәре - Миләүшә Хәлил ҡыҙы Муллағәлина) башҡорт кейеменең ҡайһы бер элементтарын эшләү серҙәренә өйрәтте. Ҡыҙҙар ғына түгел, хатта малайҙар ҙа ихлас ҡушылды.
Бындай сара милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалырға, тарихи үткәндәргә күҙ һалырға, үҫеп килеүсе быуынға рухи ҡиммәттәрҙе тапшырырға мөмкинлек бирә.
Айгөл ВӘЛИЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әлшәй районы, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.
#МиллиКейемКөнө2022 #ДеньНациональногоКостюма2022