Ғаиләбеҙҙә өс бала, тағы ағайым һәм һеңлем бар. Өсөбөҙ ҙә Мөрсәлим урта мәктәбендә белем алабыҙ. Мин VI синыфта уҡыйым. Класыбыҙға "Йәншишмә" гәзитен алдырабыҙ. Һәр һанын күмәкләп уҡып сығабыҙ, һуңынан һөйләшәбеҙ.
"Йәншишмә" гәзите иғлан иткән конкурста мин дә ҡатнашырға булдым. Дәрестәрҙән буш мәлдә сәйләндән төрлө уйынсыҡтар эшләйем. Уларҙы кескәй балаларға бүләк итәм. Башҡаларҙы шатландырыу миңә бик оҡшай.”
Лидиәгә уңыштар теләйбеҙ! Бигерәк матур ҡул эштәре!