Үҙең эшләгән әйбер ҡәҙерле

Миңә, ҡулың алтын, тиҙәр. Атайым да бик оҫта, йорт йыһаздары эшләй.

Үҙең эшләгән өйбер ҡәҙерлеҮҙең эшләгән өйбер ҡәҙерле
Үҙең эшләгән өйбер ҡәҙерле

   Уның ағастан яһаған ултырғыс һәм өҫтәлдәрен, аш-һыу һәм йоҡо бүлмәләре өсөн кәрәк-ярағын район халҡы бик теләп һатып ала. Күрәһең, шул атайымдағы оҫталыҡ миңә лә күскәндер инде. Мин сәйләндән төрлө биҙәүес әйберҙәр, сувенирҙар эшләйем. Үҙемә оҡшаған күренеште һүрәткә төшөрөргә лә яратам. Тағы ла буш ваҡыттарҙа, ялдарҙа таҡтаны көйҙөрөп яһаған картиналарымды туғандарыма бүләк итәм.

   Үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер – минең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Бисерҙан көн һайын йөҙөктәр, беләҙектәр, бәләкәй генә әйберҙәр эшләйем. Тәүҙә дәфтәрҙә схемалар һыҙып алам да ҡатырғаға уңайлы ептәр һуҙып, уларҙы шунда теҙәм. Әсәйемдең кәпәсенең биҙәүесе төшкәйне, уға тиҙ генә тәңкә ҡуйып бирҙем. Бик ҡыуанды. Шулай мәрйендән төрлө нәмәләр эшләү менән мауығып, ял көндәренең үткәнен хатта һиҙмәй ҙә ҡалам. Дуҫтарым, һеҙҙең йәйге каникулығыҙ нисек үтә?

Йәнгүзәл АСҠАРОВА.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Үҙең эшләгән өйбер ҡәҙерле
Үҙең эшләгән өйбер ҡәҙерле
Үҙең эшләгән өйбер ҡәҙерле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас