+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө
6 Апрель 2022, 10:06

Концертҡа кил дә «Ҡарағай» шифаханаһының бүләген от

9 апрель «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсуриндың концерты була.

 

Заһир Иҫәнсурин – халыҡ һәм эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта башҡарыусы ул. Ижад юлын «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә башлаған йырсының бөгөн үҙ коллективы, үҙ тамашасыһы бар.

Уның башҡарыуында Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә Рөстәм Ғиззәтуллин көй яҙған «Ағиҙелдән китеп барам», «Ваҡыт ҡәҙере» (Наил Шәймәрҙәнов көйө, Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре), «Муйыл бурандары», «Кил әле һин», «Өс яҡлы мөхәббәт» (Ривал Хисаметдинов көйө, Айгөл Вәлиуллина һүҙҙәре), «Юлдарға сығам» (Наил Шәймәрҙәнов көйө, Илфаҡ Фәризов һүҙҙәре) һәм башҡа бик күп йырҙары менән популяр йырсы Заһир Иҫәнсурин үҙенең концертында көтөп ҡала. Хит булырҙай яңы тректар ҙа буласаҡ. Был проектта шулай уҡ Зинира һәм Ризат Рамазановтар, Рәүеф Иҫәнсурин ҡатнашасаҡ. Ә тамашасылар яҡшы кәйефтән тыш, «Ҡарағай» шифаханаһының бүләктәрен дә ота аласаҡ.

Фото https://gkzbashkortostan.ru/events/zagir-isyanchurin/ алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: