+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғәжәп хәлдәр
16 Июль 2021, 10:47

Эргәбеҙҙә беҙ күрмәгән йән эйәләре лә йәшәй

Ял көнө. Иртәнсәк  таныштарҙа һөйләшеп-көлөшөп сәй эсеп ултырабыҙ. Бер саҡ әхирәтебеҙҙең алты йәшлек ҡыҙы өйҙәге кешеләрҙең нисәү икәнен һанарға тотондо! Дүртәү генә булһаҡ та, нисектер ул һигеҙ тип килтерә лә сығара.

Эргәбеҙҙә беҙ күрмәгән йән эйәләре лә йәшәй
Эргәбеҙҙә беҙ күрмәгән йән эйәләре лә йәшәй

– Һанай белмәйһеңме әллә? Әйҙә яңынан, – тигән булам йылмайып. Эргәмдә берәү ҙә юҡ,ә ул һаман үҙенекен тылҡый. Минең янымда тағы ла кемдер барлығын белдерә.

– Ҡыҙыма аптырама, беҙ күрмәгән йән эйәләрен күрә ул. Бәлки, ысынлап та, һинең менән берәйһе ултыралыр, – ти әсәһе. Бер аҙ шөбһәләнеп, ян-яғыма ҡарап ҡуйҙым. Бер нәмә лә күренмәгән һымаҡ.

Унан һүҙгә өләсәһе лә ҡушылды:

– Бәләкәй саҡтан шулай булды ейәнсәрем. Олатаһы кешеләрҙе Ҡөрьән уҡып дауалағанда ул шайтандарҙың  өйҙән сығып ҡасҡанын күрә торғайны. «Олатай, олатай, ана, киттеләр», – тип ҡысҡыра ла ине. Ә иң шаҡ ҡатырғаны – ҡыш көнө булғандыр. Санала һөйрәргә алып сығам, тиһәң, әйҙә, ултыр тип, ул кемделер ултырта ла шунан ғына ҡуҙғалып китә инек. Теге күҙгә күренмәгән йән эйәһе сығып өлгөрмәһә, көтөп торабыҙ. Инде хәҙер быға өйрәнеп бөттөк инде, иғтибар ҙа итмәйбеҙ.

Әлбиттә, ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балалары уйлап сығарып һөйләй тип,  быны ҡолағына ла элеп  бармай. Тик шуныһы ҡыҙыҡ: үҫеп етеп, өлкәнәйгәс, был кешеләр бала саҡта ни булғанын һөйләй башлай. Интернет селтәрендә шундайҙарҙың береһе Робби Уильямс исемле күренекле йырсы булыуын уҡып белдем. Ул бәләкәй сағындағы ғәжәйеп ваҡиғаны иҫенә төшөрөп, шәүләләрҙе  күреүен һөйләгән. «Фәрештә» тигән йырын да кескенә сағында хәтерҙә ҡалдырған тойғоларға таянып яҙған икән.

– Бала саҡта бер кем дә күрмәгән кешеләр менән һөйләшә, бының менән атайымды ла ҡурҡыта торғайным. Улар үлгән кешеләр ине, – тип хәтерләй Уильямс.

Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, минең үҙемә  лә ошондай хәл-ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килде. Шуға ла бының менән төплөрәк ҡыҙыҡһына башланым. Баҡһаң, 7 йәшкә тиклем балалар шәүләләр, өй һәм башҡа йән эйәләрен күреү һәләтенә эйә була икән. Хатта ҡайһы берәүҙәре ата-әсәһен аптыратып, был заттар менән бергә уйнай ҙа, һөйләшә лә. Әле атлай башламаған балаларҙың да бер нөктәгә текәләп, нимәлер ҡарағанын йә шарҡылдап көлгәнен күптәребеҙ күргәне бар бит, шулаймы? Бәлки, шул ваҡытта улар­ҙың күҙҙәренә лә нимәлер салыналыр.

Кескәйҙәрҙең шәүләләр, беҙҙең күҙгә күренмәгән заттарҙы күреүен, улар менән аралашыуын һәр кем үҙенсә аңлата. Мәҫәлән, дини ойошмалар вәкилдәре, балаларҙы шулай фәрештәләр һаҡлай, тип иҫәпләй. Әгәр ҙә был заттар насар яҡтан тәьҫир итеп, бәләкәс илай, ҡурҡа йәки холҡо ифрат шашып китә башлаһа, ен эйәләшеүе менән аңлаталар.

Хәҙерге заман фәне лә теге донъя йәки шуға оҡшаған ниҙер барлығын таныған. Рәсми медицина кескәй баланың күҙгә күренмәгән һындар күреүен, серле тауыштар ишетеүен уның тиҙ үҫеүсе мейеһенең, шулай уҡ аңының үҙенә бер төрлө эшләүе менән бәйләй.

Бына шулай ғәжәйеп тә ул беҙҙең донъябыҙ. Беҙ белмәгән, ишетмәгән әллә күпме серҙәр һаҡланалыр әле.

 

СЕРЛЕБИКӘ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: