Бөтә яңылыҡтар
22 Июль 2018, 22:50

Йәнбикәгә йәнә уңыш йылмайҙы

Ҡыҙ баланың исемендә йондоҙ балҡыуы йәки сәскәләр нәфислеге, ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш, тигән Рәсүл Ғамзатов. Хаҡ фекер. Исемдәрҙең мәғәнәһе булырға тейеш, сөнки бала уны ғүмер буйына йөрөтә.

Ҡыҙ баланың исемендә йондоҙ балҡыуы йәки сәскәләр нәфислеге, ир-ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш, тигән Рәсүл Ғамзатов. Хаҡ фекер. Исемдәрҙең мәғәнәһе булырға тейеш, сөнки бала уны ғүмер буйына йөрөтә.
Бына шундай мәғәнәле исемдәр беҙҙең интернат-гимназияла ла бихисап. Шуларҙың береһе – Йәнбикә. Мәшһүр эпосыбыҙ «Урал батыр»ҙағы образды, халыҡ йырын иҫәпкә алғанда ҡыҙҙың исеме есеменә тап килеп кенә тора. Йәнбикә гимназиябыҙҙың «Салтанат» бейеү ансамблендә лә шөғөлләнә. Ун беренсе синыфты тамамлаусы Йәнбикәбеҙ белем усағыбыҙҙың сағыу йондоҙо булып бал­ҡыны, уңыштары, ҡаҙаныштары, еңеү­ҙәре байтаҡ. «Яҙғы тамсы» конкурсында, асыҡ туған телдәр фес­ти­валендә моңло тауышы менән тамашасыны әсир итеп, беренсе урын яуланы. Биш йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән ҡала буйынса уҙғарылған олимпиадала һәм «Глобус» халыҡ-ара бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәне. «Урал батыр» эпосын инглиз телендә яттан һөйләп, республикала йәнә беренсе урынға сыҡты.

Республикала уҙған «Ғарипов уҡыу­ҙары» фәнни-ғәмәли конференция­һында халыҡ шағирының «Төш» шиғырын һөйләп, халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкованың юғары баһаһын ишетеп, йәнә еңеү менән ҡайтты. Нәфис һүҙ оҫтаһы конкурстарында ла һынатманы.

Бар яҡтан да маһир, даланлы Йәнбикә Ғәлиәкбәроваға йәнә бер уңыш йылмайҙы. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Сибай ҡалаһының почётлы гражданины Сәлимә Өмөтбаева исемендәге премияға лайыҡ булды. Бындай баһа һәр кемгә тәтемәй, туған телен ярат­ҡан, халҡын, йолаларын ихтирам иткән, күңелендә рухи ҡиммәттәр йөрөткән иң рухлы уҡыусыға ғына бирелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Сәлимә Өмөтбаеваның уҡыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова уҡыу йомғаҡтары буйынса премияны ҡайһы уҡыу­сыға тапшырыуҙы үҙе билдәләй. Беренсе премия – Байрас Азаматовҡа, икенсеһе Гөлдәр Ғафароваға эләккәйне. Улар икеһе лә бөгөн юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөй. Быйыл иһә төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан Илнур Аслаевҡа, Лиана Юнысбаеваға, Сөмбөл Ыласыноваларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә төп премияны Йәнбикә Ғәлиәкбәрова алыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс булды.

Афарин! Гел шулай рух йырсыһы булып, туған телеңде, илеңде данла!

Лиана СӘҒИТОВА, йәш хәбәрсе.

Сибай интернат-гимназияһы.
Читайте нас: