Бөтә яңылыҡтар
24 Июль 2018, 16:41

Көҙгөһөн башҡорт теле курстары башлана

Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар уҙғарыласаҡ. Тәүге дәрестәрҙе көҙ уртаһында башларға ниәтләйҙәр.

Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт телен уҡытыу буйынса курстар уҙғарыласаҡ. Тәүге дәрестәрҙе көҙ уртаһында башларға ниәтләйҙәр.
– Был институтта документтар һәм уҡытыу программаһы өҫтөндә эш башланған да инде. Артабан курстар Өфөнөң төрлө район һәм республиканың башҡа ҡалалары мәктәптәрендә уҙғарылыр, тип уйлайым. Шулай итеп, теләк белдереүселәр уҡыуҙы планлаштыра ала, — тип билдәләй курсты башлап ебәреүсе, Өфөләге «Арт-клуб»ты ойоштороусы Айгөл Рәшитова.
Белеүебеҙсә, быйыл Өфөләге «Арт-клуб»та, башҡорт, татар телдәре (ун көнлөк һәм тиҙләтелгән, башланғыс кимәлдә белгән кешеләр өсөн) курстары үтте. Унда туған телдәрен өйрәнергә теләгән биш төркөм йыйылды. Гөлшат Сафина, Гөлназ Йосопова һәм Зөһрә Бураҡаева етәкселегендә өс курс та авторҙарҙыҡы һәм төрлө әҙерлек кимәле өсөн булды. Бөтә уҡыусылар һәм уҡытыу­сылар алдағы йылда ла дәрестәрҙе дауам итеү теләген белдерҙе. «Арт-клуб»та курстар киләһе миҙгелдә лә ойоштороласаҡ.
Яҡын киләсәктә курс авторҙары туған телде өйрәтеү өсөн методик материал, шулай уҡ башҡорт телен башынан башлап өйрәнеү өсөн видеодәрестәр һәм әсбаптар әҙерләргә лә күҙаллай.
Читайте нас: