2025 йылға тиклем Рәсәй мәктәптәре тулыһынса беренсе сменалы уҡытыуға күсергә тейеш. Ил президентының шундай фарманы бар.Башҡортостанда быйыл йәнә 5 яңы мәктәп асыла. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың 90 проценты дәрескә иртәнсәк йөрөй башлаясаҡ. Был турала республика мәғариф министрлығынан белдерәләр. Башҡортостанда 1 мең 953 мәктәп эшләй. Уҡыусыларҙың дөйөм һаны – 467042.