Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2018, 13:12

Музыка мәктәптәренә – Яңы йыл бүләге

Башҡортостандың музыка мәктәптәре Яңы йылға бүләккә 63 пианино аласаҡ.

Ошо хаҡта мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһендә Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса республика Хөкүмәте һәм мәҙәниәт министрлығы Рәсәй Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы менән килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, балалар сәнғәт мәктәптәренә пианинолар таратыла. Алты йыл дауамында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы 87 музыка мәктәбенә 124 миллион һумға 700-ҙән ашыу төрлө музыка ҡоралы тапшырған.
Читайте нас: