Хәҙерге башҡорт дәүләт опера һәм балет театры элек шулай тип аталған. Уны яҙыусы Аксаков иҫтәлегенә халыҡтан йыйылған аҡсаға төҙөгәндәр. Шуға ла нәҡ ошонда Өфө меценаттары ярҙамы менән һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош шарттарында ҡалған, атайҙары хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған балалар өсөн социаль шыршы байрамы үткәреү бик урынлы.Киров районы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры етәкселегенең башланғысы хуплап ҡаршы алынды. Был хәйриә сараһы киләсәктә йыл һайын ойоштороласаҡ.
Яңы йыл бүләктәре лә таратылды, әлбиттә. Ә кем байрамда килә алмаған, уларға Ҡыш бабай күстәнәстәрен өйҙәренә алып барып тапшырасаҡтар.