Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2019, 14:22

Башҡорт теле интернетта

Һәйбәт яңылыҡ, дуҫтар! Интернет селтәрендә Башҡорт теленең милли корпусы эшләй башланы. Корпус башҡорт һүҙҙәре формаһына морфологик анализ яһарға һәләтле махсус компьютер программаһы ярҙамында барлыҡҡа килгән. Программаның авторы – Өфө егете, Мәскәүҙәге «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли-тикшеренеү университетының «Лингвистика мәктәбе» доценты Борис Орехов.

Һәйбәт яңылыҡ, дуҫтар! Интернет селтәрендә Башҡорт теленең милли корпусы эшләй башланы (сайт Национального корпуса башкирского языка). Был – компьютер лингвистикаһы белгестәре һәм «Башҡорт проекттары» йәмғиәтенең әүҙем ағзаларының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Корпус башҡорт һүҙҙәре формаһына морфологик анализ яһарға һәләтле махсус компьютер программаһы ярҙамында барлыҡҡа килгән. Программаның авторы – Өфө егете, Мәскәүҙәге «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли-тикшеренеү университетының «Лингвистика мәктәбе» доценты Борис Орехов. «Шундай үҫешкән, киң таралған башҡорт теленә күптән үҙенең корпусы кәрәк ине», – ти ул.
Әле корпуста 20 миллион һүҙ тупланған, был 180 томлы китапҡа торошло. Әҙәби әҫәрҙәр, ҡанундар, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр, Башҡорт Википедияһының ҡайһы бер материалдары… Бер кеше бер йыл буйына ла уҡып бөтә алмаҫлыҡ мәғлүмәт булһа ла, бөгөнгө хисап буйынса интернетта был ҙур булып иҫәпләнмәй икән. Башҡорт теле корпусын байытырға ла байытырға әле. Ҡыҙыҡһынып сайтҡа инеп, «Йәншишмә» һүҙен яҙып текстарҙы эҙләп ҡарағайным, ни бары 214 документ килеп сыҡты. Тимәк, башҡортса мәҡәләләр һәм видеолар менән тулыландырырға ла тулыландырырға инде сайтты. Әйткәндәй, башҡорт телен үҫтерергә, һаҡларға теләге булған һәр ойошма, һәр кем ярҙам итә ала. Борис Ореховҡа [email protected]. адресы буйынса матералдарҙы ебәрергә кәрәк. Әлбиттә, улар хатаһыҙ, хатта баҫылып сыҡҡан булһа тағы ла яҡшыраҡ. Сөнки мәҡәләне теләгән бер кеше асып уҡый ала бит, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын.
Хәйер, һылтанма аша үтеп, сайт тураһында үҙегеҙ ҙә уҡып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙға яуаптар таба алаһығыҙ.
Читайте нас: