Бөтә яңылыҡтар
22 Май 2019, 12:38

Владимир Путин Ольга Васильева менән осрашты

Рәсәй президенты Владимир Путин Мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда 2018-2019 уҡыу йылына йомғаҡ, министрлыҡтың хәҙерге эшмәкәрлеге кеүек һорауҙар ҡаралды.

Һөйләшеү барышында Ольга Юрьевна Рәсәй Федерацияһының 42 мең мәктәбендә уҡыу йылы тамамланыуын белдереп, Бөтә Рәсәй олимпиадаларының йомғаҡлау этабында йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүебеҙҙе лә белдерҙе.
– Беҙ яйлап-яйлап халыҡ-ара кимәлгә лә сығабыҙ. Яңыраҡ физиканан Азия илдәре олимпиадаһы үткәйне, беҙҙең уҡыусылар 2 алтын миҙал, 4 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы. Икенсе илдәрҙәге тиҫтерҙәренә ҡарағанда, беҙҙең балаларҙың әҙерлек кимәле бик көслө, – ти ведомство етәксеһе.
Улар «Мәғариф» милли проекты, уҡытыусылар өсөн конкурс, академик мәктәптәр тураһында ла һүҙ алып барҙы.




Читайте нас: