Бишкәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре Советы ултырышы уҙҙы.
Владимир Путин унда Ҡырғыҙстан башлығы Сооронбай Жээнбеков менән осрашты. Ил етәкселәре үҙ-ара бәйләнеште нығытыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
Ҡырғыҙстан Президенты осрашыуҙа тотош Рәсәй халҡын байрам менән ҡотланы, ике арала элек-электән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ныҡ булыуын билдәләп, артабан да ошо күркәм йоланы һаҡлау теләген белдерҙе.
Ултырышта башлыса иҡтисад мәсьәләләре ҡаралды. Ил башлыҡтары 20-нән ашыу документҡа ҡул ҡуйҙы.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы 2001 йылда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙахстан, Таджикистан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан илдәре етәкселәре тарафынан төҙөлгән.