Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 18:33

Хәүефле мәктәп ябылған

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенең 430 уҡыусыһы яңы уҡыу йылында Сибай ҡалаһында уҡый башлаясаҡ.

Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенең 430 уҡыусыһы яңы уҡыу йылында Сибай ҡалаһында уҡый башлаясаҡ. Сөнки уларҙың 2013 йылда уҡ өлөшләтә авария хәлендә булған белем усағын прокуратура ябыурға ҡушҡан. Хәҙер иҫке мәктәпте емереп, яңыһын төҙөй һаласаҡтар. Төҙөлөш эштәре тиҙҙән, август - сентябрь айҙарында башланырға тейеш. 2020 йылдың декабренә әҙер буласаҡ, тиҙәр.
Читайте нас: