Водителдәрҙең иҫерек килеш руль артына ултырыуы башҡа һыймай. Шул арҡала күпме юл-транспорт фажиғәләре килеп сыға!? 17 июндә ил Президенты Владимир Путин яңы Ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Уның буйынса эскән килеш юл һәләкәттәре яһаған водителдәр тағы ла ҡатыраҡ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әгәр юл-транспорт ваҡиғаһы кешенең һаулығына зыян килтерһә, 3 – 7 йылға иректән мәхрүм итеү ҡарала. Бер кеше һәләк булһа – 5 – 12, ике йәки унан күберәк кешенең ғүмере өҙөлһә, водитель 8 – 15 йылға төрмәгә ултыртыласаҡ.