Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2019, 10:52

Ә һин диспансеризация үттеңме әле?

Республикабыҙҙа диспансеризация дауам итә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алты ай эсендә 85 медицина учреждениеһында 366 мең 812 кеше тикшереү үткән. Быйыл бөтәһе 764 мең 740 оло кешегә диспансеризация үткәреү күҙаллана.

Башҡортостанда тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу йәһәтенән апрель айынан «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт алғайны. Мобиль комплекстарҙан 5 автопоезд булдырылды. Бөтә машиналар республиканың барлыҡ райондарын йәлеп итеп, билдәләнгән график буйынса эшләй. Әлеге көнгә акция башланғандан алып 56 мең кеше ҡаралған, уларҙың 271-ендә яман ауырыуҙар табылған, 4 мең 715-е ҡан баҫымы юғарылығы менән интегә, 392-һендә – шәкәр диабеты, 28-ендә туберкулез сире табылған. Акция октябргә тиклем дауам итәсәк.

Шулай уҡ быйыл 75 процент 17 йәшкә тиклемге балаларға ла диспансер күҙәтеү үткәреләсәк.


Читайте нас: