Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2019, 10:42

Путин да йыһан роботы менән таныш

Оҙаҡламай Федор исемле робот йыһан киңлектәрен яулаясаҡ. Эйе, эйе! Ул, ысын космонавт кеүек, бөтә эштәрҙе башҡара белә.

Тәүҙә – станцияла, унан осоу идаралығы үҙәгенән дә уның менән идара итеп була. Бигерәк шәп инде! Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путинға «Роскосмос» етәксеһе Дмитрий Рогозин һөйләне. Ил етәксеһе Федор менән танышты ла инде.

Әйткәндәй, 22 августа Федорҙы мөһим осоу көтә. Ул экипажға ярҙамсы булараҡ ебәреләсәк. «Роскосмос» етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, был робот космонавтарҙы хәүефле эштәрҙән, иң мөһиме, асыҡ йыһанға сығыуҙан азат итәсәк.


Читайте нас: