Рәсәйҙең 8 төбәгендә «Рәсәй почтаһы» тигән үҙенсәлекле пилотлы проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның сиктәрендә бында ҡатнашыусы хат ташыусылар төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һаулығы менән ҡыҙыҡһына, диспансеризация үтеү йәки профилактик ҡаралыу хаҡында һөйләй, сәләмәт туҡланыу буйынса брошюралар тарата. Әлеге башланғыс, планлаштырғанса, «Демография» проекты сиктәрендә кешеләр үҙҙәренең һаулығы тураһында мәғлүмәт алыуын күҙ уңында тотһа , ә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә медицина ярҙамына мохтаж кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.