Сәнғәт өлкәһендә шундай текә ваҡиғаға сәфәргә ебәрергә ярҙам иткәндәре һәм абруйлы эксперттарға үҙебеҙҙең проекттарыбыҙҙы тәҡдим итергә мөмкинлек биргәндәре өсөн беҙҙең етәкселеккә ҙур рәхмәт, – тип белдерә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов «Бәйләнештә» селтәрендә.
Ҡырымда «Таврида-АРТ» ижади төркөмдәр фестивалендә ижади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса гранттар бүленә. Был конкурста ҡатнашырға 500-ҙән ашыу ғариза бирелә. Улар араһынан 130 ҡатнашыусы еңеүсе тип табылып, ижади проекттарға 86 миллион 937 мең аҡса бүленә. Шул еңеүселәр рәтендә беҙҙең «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө лә булыуы ҡыуаныслы.
– Зәйнулла Рәсүлевкә, Башҡортостандың 100 йыллығына, Шайморатов генералдың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы, Урал батыр һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихына арналған юбилей проекттарыбыҙҙың еңеп сығырына бик ышанғайныҡ, – ти йырсы, ҡыуанысын йәшерә алмай.