Уны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Был проект сиктәрендә йыл дауамында аҙна һайын министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарылып, балаларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирәсәк. Программа IX – XI синыф уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән. Төп маҡсаты – уҡыусыларҙа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Бер «Министр менән асыҡ дәрес» программаһы ике академик сәғәткә иҫәпләнгән. Ошондай тәүге дәрес «Университет ҡайнау нөктәһе»ндә 14 сентябрҙә уҙҙы. Өфө мәктәптәренең һәм Ҡырмыҫҡалы районының өлкән синыф уҡыусылары һорауҙарына Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дүәләт комитеты башлығы Римма Бойцова, Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-методика эше буйынса проректоры Олег Баулин һәм «Киләсәк фабрикаһы» коворкинг үҙәге етәксеһе Александр Черников яуап бирҙе.
Республикабыҙ райондарынан саҡырылған X – XI синыф уҡыусылары өсөн икенсе «Министр менән асыҡ дәрес» 21 сентябрҙә була.