– Ете йыл элек тап Стратегик башланғыстар агентлығы WorldSkills-ҡа ҡушылыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Был халыҡ-ара хәрәкәттә ҡатнашыу, беҙҙең йыйылма команданың еңеүе кадрҙар әҙерләүҙең бөтә системаһын камиллаштырыуға этәргес булды. Алынған тәжрибәне ҡулланып, киләсәк һөнәрҙәрен уҡытыуҙың алдынғы моделдәрен үҫтерергә, төрлө йәштәге кешеләргә өҙлөкһөҙ белем биреү форматын индерергә кәрәк, – тине Рәсәй башлығы Стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышында.
Яңы белем биреү форматтарын үҫтереү кеше һәм яһалма интеллект системалары араһында үҙ-ара уҡыуҙар ойошторорға мөмкинлек бирә. Хәҙерге йәмғиәттә ошондай үҫеш моделенә күсеү, Путин һүҙҙәренсә, көтөлмәгән һәм ҙур һөҙөмтәләргә килтереүе бар.