Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 18:17

Телефон менән һынамыш

Дуҫтар, әйҙәгеҙ, телефон менән һынамыш эшләп ҡарайыҡ әле. Һүрәткә ҡарағыҙ, ҡайһыныһы һеҙгә тура килә? Унан уҡып, үҙегеҙҙең ниндәй икәнлегегеҙҙе белерһегеҙ.

1. Телефоныңды бер ҡулың менән генә тотоп, интернет киңлектәрен гиҙергә яратаһың. Бындайҙар үҙенә бик ныҡ ышана, тәүәккәлдәр. Шуға улар юғары уңыштарға ирешә.

2. Бер ҡул менән телефонды тотоп, икенсе ҡулдың ҙур бармағы менән экран менән идара итәһең. Бындайҙар бик аҡыллы, һиҙгер һәм һаҡтар. Улар тиҙ уйлай, үҙҙәренең килеп тыуған проблемаларын йәһәт хәл итә. Етмәһә, күҙәтеүсән булыуҙары менән айырылып торалар.

3. Телефонды ике ҡул менән тотоп эш итәһең. Тимәк, һин көтөргә бик яратмайһың. Нимәнелер тиҙ генә хәл итеп тә ҡуяһың. Яңы шарттарға тиҙ яраҡлашаһың, танышыу ҙа еңел бирелә.

4. Телефонды бер ҡул менән тотоп, икенсе ҡулдың һуҡ бармағы менән эшләйһең. Бындай кешеләр яңы идеяларға бик бай. Үҙҙәре генә булып, ижад итергә яраталар. Улар, ғәҙәттә, ҙур уңыштар яулай, сөнки улар бик һәләтле, тырыштар.
Читайте нас: