Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 16:45

Егеттәр әрмегә китә!

Бөгөндән көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды.

Башҡортостандан 5 меңгә яҡын ир-егет әрме сафына алына. Уҡытыусы булып эшләгән егеттәр көҙгө саҡырылыштан төшөп ҡала. Уларҙы 1 майҙан саҡырасаҡтар. Уңыш йыйыу менән мәшғүл булғандар 15 октябрҙән хәрби хеҙмәткә алынасаҡ.

Кемдәр әрме сафына баҫа, һәйбәт хеҙмәт итеп, тыуған йорттарығыҙға иҫән-һау ҡайтырға яҙһын!
Читайте нас: