Бөтә яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 17:29

Тәрилкәһен дә ашаһаң була

Тәрилкәне лә ашап ҡуйма инде, ти ҡайһы саҡ әсәйегеҙ.

Ә бына Барнаул ғалимдары уйлап тапҡан һауыт-һабаны ашарға ла мөмкин буласаҡ. Ашыңды ашап бөттөң дә тәрилкәһен дә ҡабып ҡуяһың. Йыуырға ла кәрәкмәй. Ялҡауҙарға, эй, рәхәт булыр инде.

Бындай ашарға яраҡлы һауыт-һаба уйлап табыу идеяһы Алтай дәүләт һәм Алтай дәүләт техник университеттары ғалимдарына килгән. Бының өсөн борсаҡтар ғаиләһенән әсе борсаҡты һайлағандар. Бындай ғәҙәти булмаған һауыт-һабаны урындағы компания сығара.
Читайте нас: