Бөтә яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 19:17

Гимназияға – Рауил Бикбаев исеме

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйған.

Дим биҫтәһендәге 102-се башҡорт гимназияһына уның исеме биреләсәк, ҡала советына Өфө урамдарының береһенә Рауил Бикбаев исемен биреү тураһында тәҡдим индерелгән. Шулай уҡ студенттар өсөн уның исемендәге стипендия булдырыу, конференция, шиғриәт фестивале үткәреү кеүек саралар ҡарала.
Читайте нас: