Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 10:53

Өфөләр, күмертауҙар һәм ишембайҙар электрон порталда эшләргә өйрәнә

Башҡортостанда халыҡҡа Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре берҙәм порталында эшләргә өйрәтәләр.

Өфө, Күмертау һәм Ишембайҙағы Күп функциялы үҙәктәрҙә ошондай мөмкинлек булдырылған. Ул “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Офисҡа килгән кешене электрон порталда теркәйҙәр, шулай уҡ сайтта төрлө хеҙмәттәр менән файҙаланырға өйрәтәләр. Ҡалай һәйбәт. Программа һынауҙы уңышлы үтһә, уны республика буйынса таратырға ниәләйҙәр.



Читайте нас: