Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 20:16

Иң матур ауыл – Наурыҙ!

«Башҡортостандың иң матур ауылы – 2019» еңеүсеһе исеменә Учалы районы Наурыҙ лайыҡ булды.

II урын – Ишембай районы Маҡар, III урын Шарандан Дүртөйлө ауылдарына бирелде. Шулай итеп, Наурыҙ – 500 мең, Маҡар – 300 мең, Дүртөйлө 200 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды.

Конкурста ҡатнашҡан бүтән ауылдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы: төрлө номинацияларҙа билдәләнде, аҡсалата бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары алды.
Читайте нас: