Бөтә яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 11:26

«Беҙҙең халыҡҡа мәрхәмәтлелек хас»

Үҙебеҙҙең илдәге социаль мәсьәләләр хәл ителеп бөтмәһә лә, ни өсөн Рәсәй ярлы дәүләттәргә ярҙам күрһәтә, ҡурҡыныс ауырыуҙарға, глобаль характерҙағы хәүефтәргә ҡаршы көрәш алып бара? Бында һорауҙы Рәсәй етәксеһенә күп бирәләр.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй – Африка саммиты алдынан ошо һорауға яуап итеп, донъяның күп дәүләттәре Африкаға гуманитар ярҙам күрһәтеүен белдерҙе. Ул шулай уҡ был илдәрҙең береһендә лә социаль мәсьәләләр хәл ителеп бөтөлмәүен билдәләне.

– Беҙ ҙә шулай уҡ Африка дәүләттәренә гуманитар ярҙамыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уны беҙ үҙебеҙҙең программаларҙы финанслауҙы кәметеү иҫәбенә башҡармайбыҙ. Беҙҙең халыҡҡа мәрхәмәтлелек, ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыу сифаттары хас, – тине Рәсәй башлығы.







Читайте нас: