Бөтә яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 06:49

345 бригада планшетлы буласаҡ

Республикабыҙҙағы ашығыс медицина ярҙамы бригадалары планшет компьютерҙары менән йыһазландырыла. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төбәк программаһына ярашлы был туралағы дәүләт килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Оҙаҡламай 345 бригада Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһы менән берләштерелгән планшет компьютерҙары аласаҡ. Был замана гаджеттары ярҙамында табиптар онлайн режимда саҡырыуҙар ҡабул итә, юлда саҡта уҡ ауырыу кешенең сире менән таныша, документтар тултыра, хәстәханаға ауырыуҙың хәле һәм уға талап ителгән ярҙам тураһында хәбәр итә ала.

Читайте нас: