– Күтәрерлек контенттарыбыҙ бар. Әгәр ҙә һеҙ был өлкәне быға тиклем өйрәнмәнегеҙ икән, мин һеҙҙән быны эшләүегеҙҙе һорайым. Минең уйлауымса, телевидениела, экрандарҙа уңышлы таҫмалар күренһен өсөн беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡыҙыҡһынырға тейешбеҙ, – тине документаль кино хаҡында әңгәмәләшеү барышында Владимир Путин.
Унан һуң ул киләсәктә күрһәтелергә мөмкин булған документаль фильмдарҙың темаларын да атаны. Улар араһында экология, туризм, сәнғәткә ҡағылғандары ла бар.