Әйтергә кәрәк, бәйгенең географияһы бик киң ине. Чехия, Канада, Төркиә, Әзербайжан, Мәскәү, Татарстан, Дағстан, Саха Яҡутстан, Алтай, Хакасия, Мордовиянан, Краснояр крайы, Свердлов, Брянск өлкәләренән эштәр ҡабул ителгән. Абруйлы баһалама төркөмөн Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев етәкләп, бүләкләү тантанаһында ла үҙе ҡатнашты. Тәбрикләү сараһында республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләме лә еткерелде.
Конкурс, ҡурай тажы кеүек, ете номинациянан торҙо. Уларҙың һәр береһе бөйөк шағирыбыҙҙың шиғыр юлдары менән исемләнгән ине. Мәҫәлән, киң билдәлелек яулаған туристик маршруттар, милли брендтарыбыҙға, Башҡортостандың уникаль тәбиғәт күренештәренә бағышланған йүнәлештә Тарана Мамедова (Әзербайжан) – башҡорт легендаларына, республиканың билдәле урындарына арналған материалдары, Миләүшә Годбодь (Чехия) – Башҡортостан, республикабыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған эштәр циклы, Ләйлә Аралбаева (Башҡортостан) «Башҡорт халҡының яҙмышы – ҡурай» мәҡәләһе өсөн еңеүселәр булды.
Мәртәбәле конкурста призлы урын яулаусыларҙы Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Борис Мелкоедов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне.