«Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылған сарала табип-диетолог Фирүзә Сафиуллина килеүселәргә һәм ауырыуҙарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда диета буйынса туҡланыу, организм өсөн файҙалы булһын өсөн аҙыҡты дөрөҫ әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленде. Шулай уҡ теләүселәр консерванттары һәм буяуҙары булған аҙыҡ-түлек хаҡында мәғлүмәт тә алды.