Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 10:16

«Милли биҙәк» акцияһына ҡушылығыҙ!

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы республикала «Милли биҙәк» акцияһы иғлан ителә.

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда ҡатнашыу өсөн республика халыҡтарының халыҡ кәсептәре өлгөләре – милли биҙәктәр төшөрөлгән кейем, аксессуар, интерьер, һауыт-һаба, ҡул эштәре һәм башҡалар менән фотоға төшөп, #Башкортостан #мыедины #национальныйорнамент #МКРБ #РЦНТ #Башҡортостан хэштеге менән социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк. Акция 4 ноябргә тиклем дауам итә. Әйҙәгеҙ, ҡушылығыҙ был матур сараға!
Читайте нас: