«Юл хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» дәрестәрен уҡытыу тәҡдиме менән ведомстволар араһындағы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Тағы ла тирә-яғыбыҙҙағы донъя, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, технология фәндәрен уҡытыусыларҙы ошо йүнәлештә әҙерләү ҙә күҙаллана. Белем усаҡтарында хәүефһеҙлек минуттарын үткәреү ҙә ҡарала.