Бөтә яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 11:00

«ПроеКТОрия» милли проектҡа инде

«ПроеКТОрия» Бөтә Рәсәй форумы «Мәғариф» милли проектына индерелде. Был хаҡта ойоштороу комитетының йыйылышында Рәсәй Федерацияһының вице-премьеры Татьяна Голикова еткерҙе.

Быйылғы форум 23-нән 26 ноябргә тиклем Ярославлдә уҙасаҡ. Татьяна Голикованың һүҙҙәренә ҡарағанда, был проект балаларға киләсәккә әҙерләнергә ярҙам итә. Бынан тыш, форум уҡытыусылар өсөн яңы белем алыу майҙансығына әйләнәсәк.
Әлеге сарала Рәсәйҙең 80 төбәгенән 320 уҡыусы, 100-ҙән ашыу педагог, 50 эксперт һәм 30 белем биреү төркөмдәренең кураторҙары ҡатнашасаҡ.


Читайте нас: