"Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдәрендә был юлы тематик шәмбене төрлө һөнәрҙәргә арнауҙарын хәбәр итәләр. Был көндө башланғыс синыф уҡыусылары төрлө һөнәр кешеләре булып кейенеп килгән. Беренселәр "Земфира" ресторанының ҡағиҙәләре, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш тәртибе тураһында һөйләһә, икенселәр иһә матурлыҡ салонын күрһәткән. Өсөнсө синыфтар "Тамыр" балалар телеканалы һөнәрҙәре менән таныштырһа, дүртенселәр табип һөнәрен маҡтаған. Был сара һәр бала өсөн бик файҙалы булған.