Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2019, 10:30

Әсәйҙәргә арнап

Һәр белем усаҡтарында әсәйҙәргә арнап байрам кисәләре үтте.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендә, мәҫәлән, видео-конкурс ойошторолдо, уҡыусылар "Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, әсәйгә дан йырлайыҡ" тип исемләнгән концерт ҡуйҙы. Учалы районы Миндәктәге 6-сы мәктәптең башланғыс синыф уҡыусылары ла ғәзиздәрен дәртле йыр-бейеүҙәр менән ҡотланы. Ә баш ҡалабыҙҙағы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәнова V "А" синыфы уҡыусыларына "Әсәкәйем ― күҙ нурым" темаһына асыҡ синыф сәғәте үткәрҙе.

Читайте нас: