Бөтә яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 11:10

Һөйәк туҡымаһы үҫтерелә

Халыҡ-ара йыһан станцияһының бортында ғалимдар тәүге тапҡыр һөйәк туҡымаһының керамика өлгөһөн булдырҙы.

Был иһә киләсәктә космонавтар имгәнгән йәки йәрәхәт алған осраҡта һөйәк импланттарын күсереп ултыртырға мөмкинлек бирәсәк. Йыһанда туҡымаларҙы үҫтереү тәжрибәләре алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Әлеге эш «Фән» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә «Фән» милли проекты өсөн 625 миллиардтан ашыу аҡса йүнәлтелә. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында донъя кимәлендәге 15 фәнни-белем биреү үҙәге лә асыласаҡ.


Читайте нас: