Был яңы булдырылған оҫтаханалар WorldSkills стандарты буйынса юғары технологиялы ҡорамалдар, хәҙерге заман компьютер техникалары менән йыһазландырылған. Уларҙы булдырыу өсөн 40 миллионға яҡын аҡса тотонолған. Колледжда заманса уҡыу бүлмәләрен асыу барышында "түңәрәк өҫтәл"дәр, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә 2024 йылға тиклем ошондай 5 мең оҫтахана барлыҡҡа киләсәк, ә Башҡортостанда - 55.