Был сараға Өфөнөң төрлө мәктәптәренән медиа үҙәк вәкилдәре йыйылғайны. Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мансур улы журналист һөнәренең ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та булыуын билдәне.
– Һеҙҙең арағыҙҙа мәктәп программалары етәкселәре бар. Киләсәктә үҙегеҙҙе телевизор экрандарында, шулай уҡ федераль киң мәғлүмәт сараларында күрергә теләйбеҙ, – тине ул.
Уҡыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, мәктәп медиа үҙәктәре, журналистар, блогерҙар ҡатнашлығында фестиваль үткәреү кәрәклеген дә белдерҙе. Ҡала хакимиәте башлығы уларҙың уй-фекерен ҡеүәтләп, күтәреп алды.
Осрашыу һуңында мәктәп медиа үҙәктәренә яңы ҡоролмалар алырға сертификаттар тапшырылды.